Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың балет труппаһы Италия ҡалалары буйлап гастролдәргә сыға

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Италия буйлап оҙайлы гастролдәргә әҙерлек бара. Турне барышында 1-23 декабрҙә балет труппаһы артистары төрлө ҡалаларҙа – Миланда (Арчимбольди театры), Местрола (Нуов театры), Сан-Ремола (Аристон театры), Венарияла (Конкордиа театры), Астила (Альфьери театры), Пескарела (Циркус театры), Варезела (Театро ди Варезе), Орвиетола (Манчинелли театры), Моденала (Микеланджело театры), Галларатела (Кондоминио театры), Триестта (Боббио театры), Гроссетола (Модерн театры), Леччела (Политеама Греко театры) һәм Чивитановала (Россини театры) 17 тамаша күрһәтәсәк. Шулай уҡ улар Швейцарияның Лугано ҡалаһында Конгрестар һарайында сығыш яһаясаҡ.

— Европа театры тамашасыларына классик репертуарҙан киң билдәле балеттар – Адольф Адандың романтик «Жизель», Петр Чайковскийҙың тылсымлы «Щелкунчик» һәм данлыҡлы «Аҡҡош күле» балеттары тәҡдим ителәсәк, — тип һөйләне театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Алиса Сабирова.

Башҡорт опера һәм балет театрының балет труппаһы сит ил тамашасыларына яҡшы таныш. Алдан артистар Италияла, Испанияла, Ҡытайҙа, Португалияла, Бразилияла, АҠШ-та, Египетта, Голландияла, Латвияла уңышлы сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть