8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2014 йыл, 15:50

Альберт Юлмөхәмәтовҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты мандаты тапшырылды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты мандаты шишәмбе, 18 ноябрҙә, БР Үҙәк һайлау комиссияһы ултырышында «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим иткән республика исемлегенән, Альберт Юлмөхәмәтовҡа (29-сы Талбазы төбәк төркөмө) тапшырылды. БР бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтовтың ваҡытынан алда вәкәләте тамамланыу менән бәйле мандат вакантлы булды.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, БР Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Думаһы депутаты мандатын алды.

Ултырышта 2014 йылдың октябрендә республиканың Закондар сығарыу Йыйылышында бирелгән, сәйәси партияларҙың эшмәкәрлеген яҡтыртыуға тотонолған эфир ваҡыты күләменең иҫәп һөҙөмтәләре раҫланды.

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Нәйлә Алтынованың тәҡдиме буйынса Комиссия Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының эшсе төркөмө составына үҙгәрештәр индерҙе. БР Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаһы Ришат Лоҡманов һайлау системаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫешеүе, ҡала йәки район биләмәһендә һайлауҙар уҙғарыу тарихы, һайлауҙарҙы ойоштороусылар тураһындағы киң мәғлүмәт сараларында гәзиттәге иң яҡшы мәҡәләгә, теле йәки радиосюжетҡа Республика конкурсының һөҙөмтәләре хаҡында хәбәр итте һәм Конкурс комиссияһы ҡарарын раҫлауға тәҡдим итте.