7 декабрь, Шаршамбы

18 ноябрь 2014 йыл, 14:56

Рәсәй почтаһы төбәк киң мәғлүмәт сараларына берәмләп һатыу менән ярҙам итәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Рәсәй почтаһы һәм Рәсәй төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре альянсы Рәсәйҙең бөтә почта бүлексәләрендә төбәк гәзит һәм журналдарын берәмләп һатыу буйынса уртаҡ проектты башланы.

Проект сиктәрендә Рәсәй почтаһы төбәк баҫмаларын берәмләп һатыуҙы, уларҙы почта бүлексәләрендә ҡулланыусылар өсөн күренгән урындарға ҡуйыуҙы тәьмин итә. Таратылырға тейешле баҫмалар исмемлеген «АРС-ПРЕСС» әҙерләй. Әлеге ваҡытта Башҡортостан баҫмаларынан тыш, исемлеккә Әстрәхан, Воронеж, Липецк, Түбәнге Новгород, Һамар өлкәләре һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре инә. Таратыуҙа ижтимағи-сәйәси баҫмаларға өҫтөнлөк бирелә. Исемлек артабан да киңәйәсәк.

— Төбәк киң мәғлүмәт сараларын берәмләп таратыу – Рәсәй почтаһының төбәк баҫмаларға булышлыҡ итеүҙә тағы ла бер мөһим аҙым. Шулай уҡ нәшриәттәр менән туранан-тура килешеүгә күсәбеҙ, үҙ яҙылыу агентлыҡтарыбыҙҙы асабыҙ, ташламалар эшләйбеҙ, маркетинг ярҙамы күрһәтәбеҙ, — тип хәбәр итте Рәсәй почтаһы генераль директоры Дмитрий Страшнов.

Башҡортостанда Рәсәй почтаһы йылына 56 миллионлап баҫма таратып, ике миллион самаһы яҙылыусыны хеҙмәтләндерә.