Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы һәм Газпромбанк хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/.

«Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙылар. Корпорацияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, килешеүҙең маҡсаты – Башҡортостан Республикаһы территорияһында инвестиция эшмәкәрлеген финанслау сығанаҡтарын йәлеп итеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында яҡтарҙың хеҙмәттәшлеге, эшҡыуарлыҡ субъекттарын – үҫеш корпорацияһының индустриаль парк резиденттарын финанслау мөмкинлектәре булдырыу.

Килешеү шарттары буйынса Үҫеш корпорацияһы потенциаль резиденттарҙан алған инвестиция проекттары тураһындағы мәғлүмәтте Газпромбанкка тапшырасаҡ. Газпромбанк, үҙ сиратында, проекттарҙы финанслау мөмкинлектәрен ҡараясаҡ һәм кәрәкле инструментарий тәҡдим итәсәк.

«Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһы территорияһында бизнес асыуҙа һәм алып барыуҙа ҡыҙыҡһынған инвесторҙарға комплекслы хеҙмәттәр күрһәтә. Ул инвестиция проекттарына ҡушылыу: бизнес-план төҙөүҙән алып производствоны сафҡа индергәнгә тиклем, корпоратив идаралыҡ буйынса хеҙмәттәр, шәхси инвестиция хеҙмәттәре.

Үҫеш корпорацияһы – Индустриаль парктар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы. Үҫеш корпорацияһы идаралығы аҫтында Благовещен районында «ХимТерра» һәм Өфө районында «Өфө» индустриаль парктары тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть