9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2014 йыл, 12:31

ШОС илдәре ғалимдарын Өфөләге веб-конференция берләштерәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында 20 ноябрҙә «Заманса халыҡ-ара бәйләнештәрҙең күп полярлы системаһын булдырыуҙа ШОС һәм БРИКС» темаһына интернет-конференция уҙасаҡ. Тура бәйләнеш барышында докладтар менән Рәсәйҙең, Ҡырғыҙстандың, Үзбәкстандың, Тажикстандың күренекле ғалимдары сығыш яһаясаҡ.

Халыҡ-ара веб-конференция Өфөлә 2015 йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләттәр башлыҡтары Советы ултырышын һәм БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын әҙерләү һәм үткәреү буйынса ойоштороу саралары тураһындағы республика Хөкүмәтенең планын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы уҙғарыла.

Форум барышында глобалләштереү һәм постглобалләштереү перспективалары мәсьәләләре ҡуҙғатыласаҡ. Тикшереләсәк темалар: «ШОС һәм БРИКС – донъя тотороҡлоғо факторҙары», «ШОС һәм БРИКС-та ҡатнашыусы илдәрҙең хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген күтәреү юлдары», «ШОС һәм БРИКС сиктәрендә Рәсәй, Үҙәк һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азия илдәре, Көньяҡ-Африка Республикаһы һәм Бразилияның халыҡ-ара хеҙмәттәшлек формаларын киңәйтеү», «ШОС һәм БРИКС илдәре менән үҙ-ара эш итеү нигеҙендә Рәсәй төбәктәрен үҫтереү».

Веб-конференция модераторы – Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры Сергей Лаврентьев. Башлана көндөҙгә сәғәт 12-лә.