10 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 15:16

Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара төрки телле хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабына йомғаҡ яһаласаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә Мәхмүт Ҡашғари исемендәге III халыҡ-ара төрки телле хикәйәләр бәйгеһенең төбәк этабына йомғаҡ яһаясаҡтар. Жюри хөкөмөнә башҡорт авторҙарының йәмғеһе 33 эше тәҡдим ителгән. Хикәйәләр ирекле темаға туған телдә ҡабул ителгән. Конкурс шарттары буйынса авторҙар унда исемдәрен белдермәйенсә ҡатнашты, авторҙың ысын исеме хикәйәләрҙе һайлап алғандан һуң ғына асыҡлана.

Конкурстың башҡорт этабы еңеүселәрен ойоштороусылар 18 ноябрҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында матбуғат конференцияһы сиктәрендә иғлан итәсәк. Конференцияла Евразия Яҙыусылар союзы рәйесе Якуб Омероглы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы Наил Ғәйетбаев, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡызы» республика журналдары баш мөхәррирҙәре ҡатнашасаҡ. Беренсе урын яулаусы әҫәр өсөнсө халыҡ-ара турында ҡатнашыу өсөн Төркиәгә йүнәлтеләсәк. Бынан тыш, өс еңеүсе хикәйә авторҙары аҡсалата премия аласаҡ. Турҙа ҡатнашыусы икәүҙе үҙҙәренең дәртләндәреү бүләктәре менән «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡызы» журналдары ҡыуандыра. Халыҡ-ара бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 2014 йылдың декабрендә Әзербайжандың баш ҡалаһы Бакула уҙасаҡ.

Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһе төрки донъяла, шул иҫәптән Башҡортостанда өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Конкурстың ойоштороусылары – Евразия Яҙыусылар союзы, Башҡортостанда – республиканың Яҙыусылар союзы, «Ағиҙел» һәм «Башҡортостан ҡызы» журналдары редакциялары. XI-XII быуаттың атаҡлы төрөк филологы һәм һүҙлексеһе исемен йөрөткән конкурста 25 төрки телле ил ҡатнаша. Башҡорт яҙыусылары Гөлсирә Ғизәтуллина һәм Тәскирә Даянова уҙған йылдарҙағы әҙәби конкурстарҙа Башҡортостан Республикаһынан лауреаттар булды. Уларҙың хикәйәләре төрөк теленә тәржемә ителгән һәм төрки журналдарына баҫылған.