8 декабрь, Кесе йома

18 ноябрь 2014 йыл, 10:51

«Ауыл табибы» программаһы 2015 йылда дауам итәсәк

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Ауыл табибы» программаһын ғәмәлгә индереүҙе 2015 йылда дауам итеү күҙаллана. Дәүләт Думаһы «2015 йылға 2016, 2017 йылдарҙың план осорона Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты тураһында»ғы федераль закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте. Программа ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙе ҡарай.

— «Берҙәм Рәсәй» партияһы инициативаһы буйынса компенсация биреү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең йәше 45 йәшкә тиклем арттырыласаҡ, — тип аңлатты Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитет ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева. — Билдәләнгән маҡсаттарға 2015 йылда 3,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, ул ауыл биләмәләренә һәм ҡасабаларға эшкә алты меңдән ашыу медицина хеҙмәткәрен йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Тейешле үҙгәрештәр «Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ медицина страховкалау тураһында»ғы 326-сы федераль законға индерелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012, 2013 йылдарҙа «Ауыл табибы» программаһы ауылда эшләү өсөн 35 йәшкә тиклемге өҫтәмә 12 мең йәш табипты йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. 2014 йылда тағы ла алты мең белгес эшкә тотонорға тейеш.