9 декабрь, Йома

18 ноябрь 2014 йыл, 9:47

Рәсәй телевидениеһында тыуған ил контенты булырға тейеш – Эльвира Айытҡолова

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 18 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының  Башҡортостандағы төбәк штабы рәйесе, БР Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова Мәскәүҙә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе «Эшмәкәрлек форумында» төбәк телевидениеларының проблемалары тураһында һөйләне.

— Кабель операторҙары сит ил телеканалдарына түләй, әммә төбәк телевидениелары менән теләр-теләмәҫ кенә хеҙмәттәшлек итә,  — тип билдәләне Эльвира Айытҡолова. — Бөгөн хәл мәғәнәһеҙлеккә етте – тариф сәйәсәтен бөтөнләй асыҡ итеп эшләмәй, эфирға сығарыу пакетына тоташтырыу өсөн телеканалдарға юғары хаҡтар ҡуйып, кабель операторҙары мәғлүмәти киңлек барлыҡҡа килтерә башланы.

Депутаттың фекеренсә, эштәрҙең бындай торошо күп кенә төбәк каналдарының ябылыуына килтерәсәк.

— Импортты алмаштырыу шарттарында телевидениебыҙҙы тыуған ил контенты менән тулыландырырға ынтылырға тейешбеҙ, — тигән ышаныста Эльвира Айытҡолова.

Парламентарий шулай уҡ телеканалдар һәм кабель операторҙары араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аныҡ көйләү алгоритмын булдырырға кәрәк тип иҫәпләй, ул артабан аңлашмаусанлыҡты һәм бәхәсте кисектерергә мөмкинлек бирәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, көҙөн Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Журналистарға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү үҙәгенә Өфөнөң «Туған Тел» телеканалы директоры Рәмил Ғәниев мөрәжәғәт итеп, эфир ваҡыты биреүсе кабель операторының юғары хаҡ билдәләүе тураһында хәбәр итте.

Ошондай уҡ проблема илдең башҡа төбәктәрендә лә теркәлгән. «Йәмғиәт һәм власть: тура диалог» эшсе төркөм майҙансығына саҡырылған РФ элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары Алексей Волин һәм Дәүләт Думаһы депутаты Леонид Левин теманы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты майҙансығында һәм һөнәри берләшмә форумдарында тикшереүҙе кәрәкле тип таптылар.