5 декабрь, Дүшәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 17:47

Башҡортостан делегацияһы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе «Эшмәкәрлек форумында» ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Башҡортостан делегацияһы дүшәмбе, 17 ноябрҙә, Мәскәүҙә асылған Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының икенсе «Эшмәкәрлек форумында» ҡатнаша. Төбәк штабы рәйестәре Эльвира Айытҡолова, Максим Михайлов һәм Азат Фазлыев, төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин, Рәсәй Президентының ышаныслы вәкилдәре Рәшиҙә Солтанова һәм Надежда Крылова республика исеменән эш алып барасаҡтар.

Форум эшенең беренсе көнөндә биш һүҙ көрәштереү майҙансығы: «Көндәлек тормош сифаты», «Социаль ғәҙеллек», «Йәмғиәт һәм власть: тура диалог», «Импортты алмаштырыу һәм технологик модернизациялау», «Аграр сектор: ипле санкциялар һәм үҫеш мөмкинлектәре» асылды. Икенсе «Эшмәкәрлек форумының» төп темалары – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «майҙағы указдарын» ғәмәлгә ашырыу һәм санкциялар шарттарында Рәсәй иҡтисадының үҫеше.

Форум эшендә меңдән ашыу кеше ҡатнаша, улар араһында Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты рәйестәре һәм башҡарма комитеттары етәкселәре, РФ Президентының ышаныслы вәкилдәре, эксперт һәм бизнес-берләшмә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте вәкилдәре, политологтар һәм киң мәғлүмәт саралары.