Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Өфө ҡыҙы Ирина Ғәлиханова – «Башҡортостан һылыуҡайы» гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Башҡортостан һылыуҡайы» конкурсы Гран-прийын жюри ағзалары Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты студенты, 21 йәшлек Ирина Ғәлихановаға бирергә ҡарар итте, тип хәбәр итә бер төрлө аталған модель агентлығы. Еңеүсе 2015 йылда уҙасаҡ, «Miss Globe International» бөтә донъя гүзәллек конкурсында ҡатнашыуға 50 мең һумға, шулай уҡ Сваровски кристалдарынан эшләнгән тажға лайыҡ булды.

Башҡорт гүзәлдәре бәйгеһенең финалы үткән көндәрҙә Өфөнөң Конгресс-холында уҙҙы. Унда 22 ҡыҙ ҡатнашты. Ғәҙәттәгесә ҡыҙҙар үҙҙәренең гүзәллектәрен һәм һәләттәрен төрлө номинацияларҙа – визиткала, ижади конкурста, дефилела күрһәтте. Бынан тыш, һәр ҡатнашыусының үҙе бешергән башҡорт ашамлығынан ауыҙ итергә мөмкин булды.

Тауыш биреү һөҙөмтәһе буйынса беренсе вице-мисс исемен Сибайҙан 19 йәшлек Айгөл Сафина яуланы, икенсе вице-мисс — Өфө районынан 24 йәшлек Ангелина Гәрәева.

Конкурстың ойоштороусылары – Өфө ҡала Советы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, «БР буйынса Рәсәй ирекмәндәре союзы» йәмәғәт ойошмаһы һәм «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығы. Конкурс Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Мәҙәниәт йылы сиктәрендә уҙғарылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть