6 декабрь, Шишәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 15:44

Өфөлә 1 декабрҙән электр транспортында юл йөрөү хаҡы артасаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Өфөлә 1 декабрҙән алып трамвай һәм троллейбустарҙа юл йөрөү хаҡы артасаҡ. Билет хаҡы 12-нән 15 һумға күтәреләсәк. «Юл хаҡын арттырыу экологик таҙа транспортта йөрөү уңайлығын күтәреүгә өндәлгән эшкә комплекслы ҡарарға мөмкинлек бирәсәк», — тип хәбәр ителә Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында.

Ҡулаҡса менән түләгәнгә ҡарағанда электрон пластик карта буйынса –12 һумға йөрөү осһоҙораҡ  буласаҡ. Карталары булған өфөләргә уны алмаштырыға кәрәкмәй. Бынан тыш, Өфө ҡалаһының Муниципаль электр транспорты идаралығында хатта бөгөнгө хаҡтар менән сағыштырмаса юл хаҡын кәметеү мөмкинлеге биреүсе төрлө тариф пландары әҙерләгәндәр. Айлыҡ абонементтар сиктәрендә 200 һәм 285-шәр һумлыҡ 20 һәм 30 тапҡыр юл йөрөрлөк тарифтар буласаҡ. Шулай итеп, был тарифтар сиктәрендә бер тапҡыр электр транспортында йөрөү 10 һәм 9,5 һумға барып баҫасаҡ. Айына 60 сәфәргә иҫәпләнгән абонемент 540 һум (билет хаҡы — 9 һум), ә студенттар, ташламалы һәм мәктәп уҡыусылары карталары 50 тапҡыр йөрөүгә — 380, 285 һәм 230 һум торасаҡ.

Айына 90 тапҡыр юл йөрөү 720 һумға (билет хаҡы — 8 һум), студенттар, ташламаға эйә булыусы кешеләр, уҡыусылар өсөн 90 сәфәр — 630, 470 һәм 375 һумға барып баҫасаҡ. 900 һумға айына 120 тапҡыр йөрөргә мөмкин (бер билет хаҡы — 7,5 һум).

Багаж хаҡы элекке 7 һум урынына 9 һум күләмендә билдәләнгән.

Билдәләп үтергә кәрәк, файҙаланылмаған юл йөрөүҙәр ай аҙағында юҡҡа сығасаҡ, шуға күрә ҡала халҡына алдан үҙҙәре өсөн уңайлы варианты һайларға кәрәк.

Әлеге ваҡытта Өфөлә 170 меңдән ашыу пластик түләү картаһы теркәлгән. Яңы тариф пландарын һайларға мөмкин булған 14 транспорт картаһы һатыу һәм тултырыу урыны бар. Уларҙың теҙмәһе менән Өфө ҡалаһының Муниципаль электр транспорты идаралығы сайтында танышырға мөмкин. Артабан бындай урындар күбәйәсәк. «Өфө-Матбуғат» муниципаль унитар предприятиеһы менән һөйләшеүҙәр алып барыла, был маҡсаттар өсөн түләү терминалдарын һәм интернетты файҙаланыу күҙаллана.