10 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 12:55

Рөстәм Хәмитов: «Ауыл кешеләре — республиканың һәм бөтә илдең ысын терәге»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 ноябрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы йыйылышта сығыш яһаны.

Сара башланыр алдынан республика башлығы төбәк агросәнәғәт комплексының алдынғы ғилми-белем биреү учреждениеларының продукцияһы һәм эштәре күрһәтелгән тематик күргәҙмә менән танышты.

Рәсәй ауыл хужалығы академияһының Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты стендында Башҡортостан Президентына Ғилми-тикшеренеү институты белгестәре сығарған емеш-еләк, йәшелсә һәм иген культураларының районлаштырылған төрҙәрен күрһәттеләр.

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Ишемғолов Рөстәм Хәмитовҡа республикала 6,5 мең тонна тауар балы етештерелгәнлеген һөйләне, әүәлге потенциал был күрһәткесте бер нисә тапҡыр арттырырға мөмкинлек бирә. Башҡортостан Президентына республика умартасыларының продукцияһын, шул иҫәптән бал ҡорто елеме нигеҙендә эшләнгән косметика һәм дауалау-профилактика сараларын күрһәттеләр. Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәгенең экспозицияһына шулай уҡ «Алтын көҙ-2014» XVI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһендә алтын миҙал яулаған, бал мармеладынан эшләнгән Дуҫлыҡ монументы скульптураһы инде.

Башҡорт дәүләт аграр университеты вәкилдәре республика башлығына студент отрядтарының эшмәкәрлеге, йөк ташыу һәм механикалаштырылған эштәрҙе башҡарыуҙа спутник мониторингының навигация технологиялары тураһында һөйләне. Улар йәйен иген урыу эштәре ваҡытында, Башҡортостандан ярымутрауҙың аграрийҙарына ярҙамға техника йүнәлтелгән саҡта Ҡырымдың Белогорск районында үҙҙәрен уңышлы күрһәтте. Бөгөнгө көнгә республика машина-технологик үҙәктәре һәм ауыл хужалығы ойошмаларында навигация ҡорамалдары менән 800-гә яҡын йөк автомобиле һәм комбайн йыһазландырылған.

Үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов республиканың тулайым продукция күләме буйынса илдә етенсе урынды биләй тип билдәләне. Быйыл туғыҙ айҙа ул 104 миллиард һумдан артҡан.

— Һәр ауыл хужалығы йылы үҙенсә ҡатмарлы, 2014-се лә бынан ситтә ҡалманы. Әммә, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, республиканың агросәнәғәт комплексы эшсәндәре 2,7 миллион тоннанан ашыу иген йыйҙы. Ул былтырғыға ҡарағанда ярты миллион тоннаға күберәк. Һәр ваҡыттағыса, күп йылдар дауамында бик яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән беҙҙең иң яҡшы хужалыҡтар айырылды. Ошондай лидерҙар һәр ауыл хужалығы районында бар, — тине республика башлығы.

Рөстәм Хәмитов аграрийҙарҙы заман менән бергә атларға, яңы технологияларҙы әүҙем индерергә, тармаҡты модернизациялау менән шөғөлләнергә саҡырҙы.

— Беҙҙең тәбиғәт һәм тупраҡ шарттарына яраҡлаштырылған заманса ауыл хужалығы етештереү технологиялары талап ителә. Сәсеү майҙандары структураларын уны билдәле райондарҙа, аныҡ тупраҡта яҡшы уңыш биреүсе, иҡтисади яҡтан файҙалы культуралар етештереү менән бәйләп оптималләштереүҙе дауам итергә кәрәк, — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты.

Төбәк башлығы, агросәнәғәт комплексы республика иҡтисады үҫешендә, ауыл биләмәләрен үҫтереүҙә, заманса эш урындары булдырыуҙа һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын арттырыуҙа иң мөһим сығанаҡтарҙың береһе, тип атаны.

— Ауыл хеҙмәте башҡаларға оҡшамаған. Ауыл эшсәндәре өсөн иң мөһиме – кешеләрҙең өҫтәлдәрендә икмәктең, башҡа аҙыҡ-түлектең булыуы. Шуға күрә йыш ҡына эш көнө ҡояш сыҡҡандан алып байығанға ҡәҙәр дауам итә. Ауыл кешеләре – республиканың һәм бөтә илдең ысын терәге. Шулай булды һәм һәр саҡ буласаҡ. Бөтә ауыл эшсәндәренә намыҫлы хеҙмәттәре, боронғо йолаларға тоғро ҡалыуҙары, тыуған ергә бирелгәнлектәре өсөн рәхмәт әйтәһем килә, — тип аграрийҙарға рәхмәтен белдерҙе Рөстәм Хәмитов.

Сығыштың тулы стенограммаһы БР Президентының рәсми сайтында бирелгән.