3 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 11:47

Владимир Путин Башҡортостан буйынса ике эске эштәр министры урынбаҫарын тәғәйенләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Полиция полковнигы Вячеслав Николаевич Андреев БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары – полиция начальнигы, эске хеҙмәт полковнигы Евгений Алексеевич Полтавец БР буйынса эске эштәр министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Владимир Путин тейешле Указға ҡул ҡуйғандан һуң ул үҙ көсөнә инде.

Вячеслав Николаевич Андреев 1963 йылдың 29 июнендә Мурманск өлкәһенең Североморск ҡалаһында тыуған. 1982 йылда Мурманск диңгеҙ училищеһын, 2000 йылда – РФ Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университетын тамамлаған.

1993 йылдан алып эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. 2013 йылдың сентябренән алып – Башҡортостан Республикаһы буйынса эске эштәр министры урынбаҫары.

Эске хеҙмәт полковнигы Евгений Алексеевич Полтавец БР буйынса Эске эштәр органдары штабын етәкләй.