10 декабрь, Шәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 10:56

Республика етәксеһе Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы башлығы Владимир Сальников менән осрашты

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 14 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөтә Рәсәй йөҙөү федерацияһы башлығы, дүрт тапҡыр Олимпия уйындары чемпионы Владимир Сальников менән осрашты. Осрашыу «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры Александр Артюхов етәкләгән БР Йөҙөү федерацияһы тарафынан ойошторолдо.

Рөстәм Хәмитов республиканың 2021 йылда Өфөлә Бөтә донъя уйындарын үткәреү хоҡуғына эйә булыу буйынса эштәр алып барғанын хәбәр итте. Мәсьәлә 2015 йылдың ғинуарында хәл ителәсәк. Әгәр Өфө уҙғарыу урыны булараҡ билдәләнһә, ҡалаға ҙур спорт йөҙөү үҙәге талап ителәсәк. Коммерция эшмәкәрлеге төбәктә үҫешкән: алдағы ике йылда 25 метрлыҡ унлаған бассейн сафҡа индереләсәк.

«Өфө кеүек бындай эре ҡалаға тәүлек әйләнәһенә эшләгән 50 метрлыҡ бассейн талап ителә», — тип иҫәпләй Владимир Сальников. Ул Рәсәй Йөҙөү федерацияһының эре бассейндар төҙөүсе проект ойошмалары араһында конкурс уҙғарғанын һөйләне. «Уларҙың аҡса эшләргә теләүсе, төрлө төҙөүсе фирмалар тәҡдим иткәндән байтаҡҡа осһоҙға төшөүе мөмкин. Проекттарҙың береһе ҡарау өсөн тәҡдим ителгән. Ул 350 миллион һум самаһы тора, шул уҡ ваҡытта илдә бер-ике миллиард һумға төшкән бассейндарҙың миҫалы ла бар».

Владимир Сальников «Йөҙөргә беләм» программаһы хаҡында һөйләне һәм республика Президентына был спорт төрөн үҫтереү теләге менән мөрәжәғәт итте.