11 декабрь, Йәкшәмбе

17 ноябрь 2014 йыл, 9:54

Башҡортостан Президенты агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 17 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Үткән көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Бүләкләнеүселәр араһында – механизаторҙар, тракторсылар, хужалыҡ етәкселәре, агрономдар, инженерҙар. Айырма билдәләре, почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр, рәхмәт хаттары 35 кешегә тапшырылды.

— Ауылда эшләгәндәргә тәрән хөрмәт менән ҡарайбыҙ. Барыһы өсөн дә бик мөһим, кәрәкле эш икәнлеген аңлайбыҙ. Һис шикһеҙ, батырҙарса хеҙмәт, һәйбәт эш, үҙенең көндәлек эшенә яҡшы мөнәсәбәт өлгөһө күрһәткәткәндәрҙең эшмәкәрлеген лайыҡлы баһаларға тейешбеҙ, —тине республика Президенты. — Ауыл хужалығын, күп ресурс талап итеүсән тармаҡ булараҡ, уны алға этәреү ҡатмарлы булыуы аңлашыла. Әммә һуңғы йылдарҙа был бурысты яҡшы үтәйбеҙ һәм ауылды үҫтереүгә байтаҡ финанс ярҙамы йүнәлтәбеҙ. Быйыл да аграрийҙарға биргән вәғәҙәбеҙҙе үтәйбеҙ. Аҙаҡҡы һөҙөмтәлә ауыл хужалығының етештереү параметрҙары ла, бюджет аҡсаларына һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең үҙ сараларына булдырылған инфраструктура ла быйыл  яҡшы артым күрһәтәсәгенә ышанам.

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы эшсәндәренең хеҙмәтен иген уңышы, һөт, ит етештереү ҡарашынан «дүртле» билдәһенә баһаланы.

— Бөгөн заманалар ябай түгел. Финанстар менән билдәле бер проблемаларҙың булыуы аңлашыла, әммә беҙҙең республика көслө. Был проблемалы ваҡыт осорона түҙергә тейешбеҙ. Үҙебеҙгә лә, республикабыҙ халҡына ла аграр секторҙың ышаныслығын, уның алдына ҡуйылған бурыстарҙы теләһә ҡайһы шарттарҙа: һауа торошо, финанс, социаль-сәйәсәтилә лә хәл итәсәген раҫлау зарур. Шулай һәр саҡ булды, шулай буласаҡ та, — тип иҫәпләй республика башлығы.