4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 17:57

Рөстәм Хәмитов: «Санкцияларҙан республиканың ауыл хужалығы файҙа алырға тейеш»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Аҙыҡ-түлек эмбаргоһы үҙ етештереүҙе үҫтереү өсөн дәртләндереү сараһына әйләнергә тейеш, тигән ышаныста Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.

— Беҙҙең ҡайһы бер эшкәртеү производстволары бөгөн тулыһынса йөкләнмәгән, билдәләнгән ҡеүәттән 60-70 процентҡа ғына эшләй. Үҫешеү өсөн урын бар, шуға күрә санкцияларҙан республиканың ауыл хужалығы файҙа алырға тейеш, — тине республика Президенты «Ауыл тормошо» гәзитенә биргән интервьюла.

Үҙ аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеү малсылыҡ тармағын модернизациялауға ярҙам итә, атап әйткәндә, 2012 йылдан алып ғәмәлгә ашырылған «500 ферма» республика проекты.

— Өс йылдан аҙыраҡ ваҡыт эсендә 200 самаһы малсылыҡ бинаһы төҙөлгән һәм төҙөкләндерелгән. Был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,2 миллиард һум бүленгән, әммә дәүләт ярҙамының һәр һумына 4 инвестиция һумын, аграрийҙарҙың үҙ сараларын йәлеп итеп булды. Яңы технологиялар индереү һөҙөмтәһендә фермаларҙа һауым 20 проценттан ашыуға артты, — тип хәбәр итте Рөстәм Хәмитов.

Урындағы продукция халыҡта ҙур ихтыяж менән файҙалана.

— Ҡалаларҙағы йәрминкәләрҙә һатыуҙар быйыл бөтә рекордттарҙы уҙа, кешеләр Башҡортостан ерендә үҫтерелгәнде үҙебеҙҙекен, республиканыҡын һатып ала, ә сит илдән килтерелгәнде түгел, — тине Башҡортостан Президенты. — Республиканың Сауҙа буйынса дәүләт комитеты уҙғарған сауҙа-һатып алыу конференцияларында ритейлерҙар, рестораторҙар урындағы етештереүселәр, фермерҙар менән поставкалауға килешеүҙәр әүҙем төҙөй, ә тегеләре, үҙ сиратында, һатып алыусыға яҡынлаша.

«Башҡортостан продукты» маркаһы республиканың үҙенсәлекле ГОСТына әйләнде. Бөгөнгө көнгә был проектта, Рөстәм Хәмитовтың әйтеүенсә, бер мең ярымдан ашыу тауар төрө сығарыусы 140 самаһы предприятие ҡатнаша.

— Проект сиктәрендә Өфөлә беренсе фирма магазины эшләй башланы – ихтыяж бар, һатып алыусылар сифат менән дә, хаҡтар менән дә ҡәнәғәт. Бындай эште дауам итәсәкбеҙ, сауҙа селтәрен бөтә республика буйлап асырға кәрәк, — тине төбәк башлығы.

Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.