7 декабрь, Шаршамбы

14 ноябрь 2014 йыл, 16:48

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Индонезия парламенттары араһында эшмәкәрлек төркөмөн етәкләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Индонезия парламенттары араһында үҙ-ара эш итеү буйынса төркөмдө етәкләне. Дуҫлыҡ төркөмө булдырыу тураһындағы ҡарар Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко етәкселегендәге делегацияның Индонезия Республикаһына рәсми сәфәре сиктәрендә ҡабул ителде.

Һөйләшеүҙәр барышында Индонезия парламентының ике палатаһында ла – Төбәктәр вәкилдәре советында һәм Халыҡтар вәкилдәре советында яҡтар бөтә яҡлы һәм күп планлы Рәсәй-Индонезия хеҙмәттәшлеген тәрәнәйтеү һәм киңәйтеү юлдарын тикшерҙе. Индонезия Төбәктәр вәкилдәре советы рәйесе Ирман Гусман менән осрашыуҙа Рәсәй парламентының юғары палатаһы спикеры Валентина Матвиенко Пекинда АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге) саммиттары сиктәрендә Рәсәй һәм Индонезия Президенттарының һөйләшеүҙәрен билдәләне. Һәм бөгөн уҡ парламентарийҙар ике яҡлы эшмәкәрлекте үҫтереү йүнәлештәрен асыҡлай. Валентина Матвиенконың фекеренсә, үҫешеүсән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек күләме һәм гуманитар эшмәкәрлек парламенттың әүҙемерәк ҡушылыуын талап итә. Ул ике ил парламенттарын килешеү-хоҡуҡи базаны үҫтереүҙә, ҡануни тәжрибәләр менән уртаҡлашыуҙа, профилле делегацияларҙың сәфәрҙәре өлкәһендә әүҙемерәк эшләргә саҡырҙы. Ике парламенттар араһында дуҫлыҡ төркөмө был эшмәкәрлекте әүҙемләштәреүгә өндәлгән.

Валентина Матвиенконың әйтеүенсә, Башҡортостан бөгөн Рәсәйҙең иң эре һәм перспективалы үҫешеүсән субъекттарының береһе булып тора һәм ул Индонезия менән иҡтисади хеҙмәттәшлек тәжрибәһенә эйә. 2013 йылда республиканың Индонезия менән тышҡы сауҙа әйләнеше 78,9 миллион доллар тәшкил иткән, 2014 йылдың тәүге ярты йыллығында — 470 мең доллар. Башҡортостан менән Индонезия араһында газ һәм нефть сәнәғәтендә тығыҙ хеҙмәттәшлек көйгә һалынған.

Валентина Матвиенконың Индонезия хеҙмәттәше парламенттар араһында дуҫлыҡ формаһын булдырыу идеяһын хупланы. Яҡтар билдәләүенсә, был эш уртаҡ инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа яҡшы перспективаларға, төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм гуманитар хеҙмәттәшлекте артабан да нығытыу өсөн ҙур потенциалға эйә, тип хәбәр итте сенатор ярҙамсыһы Марсель Вәхитов.