5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 15:49

Башҡортостан умартасылары Донецк балалар баҡсаһына 150 килограмм бал ебәрҙе

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Башҡортостан умартасылары Донецк балалар баҡсаһына 150 килограмм бал ебәрҙе. Бының хаҡта «Башҡортостан умартасылары» төбәк йәмәғәт ойошмаһынан хәбәр иттеләр.

«Башҡортостан умартасыларының балы — Донбасс балаларына» акцияһында Өфө, Шишмә, Иглин, Ишембай, Белорет, Кушнарен, Дүртөйлө, Архангель һәм Шаран райондарынан 13 умартасы ҡатнашты.

Балдың дөйөм күләме 110 литр тәшкил итте. Посылка киләһе аҙнала адресаттарына барып етергә тейеш.