10 декабрь, Шәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 15:13

Өфө эргәһендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса күмәртә-бүлеү үҙәге төҙөйәсәктәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Яҡын ваҡытта Өфө эргәһендә республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек тауарҙарын һатыу буйынса логистика үҙәге төҙөлә башланырға тейеш. Бының хаҡта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Ауыл тормошо» гәзитенә биргән интервьюла хәбәр итә.

«Бына инде бер нисә йыл Өфө эргәһендә ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса күмәртә-бүлеү үҙәген булдырыу проекты тураһында фекер алышабыҙ. Аграрийҙар был үҙәккә йәки уның бүлексәләренә үҙ продукцияларын тапшырыу, ә һатып алыусылар – магазиндар, ресторандар, баҙарҙар – яңы йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт һатып алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шунда уҡ һаҡлау, ташыу, артабан һатыу мәсьәләләрен хәл итә алыр инек. Бындай объекттың тәүге сираты 2015 йылда уҡ барлыҡҡа килергә тейеш тип уйлайым», — тине республика Президенты.

Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, Өфө эргәһендә күмәртә-бүлеү үҙәген төҙөү кәрәклеге географик яҡтан алдан билдәләнгән: республика илдең логистика схемаһында мөһим урынды биләй. «Стәрлетамаҡта бер сауҙа селтәренең логистика үҙәгенең эш тәжрибәһе, республиканың үҙ ихтыяждарын ғына түгел, ә башҡа бик күп төбәктәрҙекен дә тәьмин итә аласағын күрһәтә. Бындай майҙансыҡтар күберәк булырға тейеш».

Интервьюның тулы тексы республика Президентының сайтында бирелгән.