5 декабрь, Дүшәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 14:44

Рөстәм Хәмитов: «Һыуытҡысымда тик урындағы аҙыҡ-түлек»

фото: Владимир Мазин

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов көндәлек тормошта урындағы аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Бының хаҡта ул «Ауыл тормошо» («Сельская жизнь») федераль гәзитенә биргән интервьюла хәбәр итә.

— Саҡмағош һөтө, беҙҙең билдәле Бәләбәй сырҙары оҡшай. Ҡуйы Шаран ҡаймағы. Урындағы тултырмалар бик тәмле. Әйткәндәй, яңы ғына бер сарала министрҙарыбыҙҙың береһе Черкизов тултырмаһына ҡарағанын күреп ҡалдым. Был тултырманың Өфөгә тиклем килеп еткәнсе күпме ятҡаны билдәһеҙ. Ә беҙҙеке – тәбиғи аҙыҡ-түлектән, артыҡ өҫтәмәләрһеҙ яңы эшләнгән. Йылҡы итенән тултырманы, Башҡортостандан тыш, һирәк осратырһың. Һис шикһеҙ, башҡорт балын – солоҡ, йүкә, сәскәнекен яратам. Һәр районда – үҙенең ҡабатланмаҫ тәме. Йоматау ҡымыҙы – файҙалы, шифалы эсемлек, — тип һөйләй республика башлығы.

— Башҡортостан продукты – сифатлы тигәнде аңлата. Уны ҡәнәғәтләнеп һатып алалар. Миҫалға, Сочиҙа Олимпиада ваҡытында спортсылар ҙа, ҡунаҡтар ҙа балыбыҙҙы һәм Бәләбәй сырҙарын лайыҡлы баһаланы. Ә беҙҙең күренекле «Башҡортостан үләндәре» — уларҙан төнәтмәләрҙе буласаҡ космонавтар әҙерлек үҙәгендә эсә. Балды бөтә донъя буйлап – Америка ҡушма штаттарына, Францияға, Японияға, Ҡытайға, хатта Кувейтҡа экспортлайбыҙ, хәҙер Әмирлектәр менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Ҡытайҙа уҙған аҙнала башҡорт балы магазины асылды, — тип билдәләне республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов, республика ауыл хужалығы етештереүселәре иң мөһим нәмәгә өлгәшә алды: бөгөн уларҙың продукцияһы – иң яҡшыларҙың береһе, тигән ышаныста. Быны ҡулланыусыларҙың юғары ихтыяжы ла, эксперттарҙың баһаһы ла дәлилләй.

Интервьюның тулы тексы Башҡортостан Президентының рәсми сайтында бирелгән.