10 декабрь, Шәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 13:56

Әбйәлил районында 14 йәш ғаилә торлаҡ сертификаты алды

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Әбйәлил районы хакимиәтендә торлаҡ сертификаттарын тапшырыу тантанаһы уҙҙы. 2011-2015 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү» ярҙамсы программаһы сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр таныҡлығын 14 ғаилә алды. Буласаҡ өй туйлаусыларҙы район башлығының иҡтисади үҫеш буйынса урынбаҫары Рәйсә Латипова ҡотланы.

— Ғаилә институтына булышлыҡ итеү илебеҙ, республикабыҙ һәм районыбыҙҙың социаль сәйәсәтендә өҫтөнлөклө булды һәм булып ҡала. Районда ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса дүрт программа ғәмәлгә ашырыла. Әбйәлилдең 14 ғаиләһе бөгөн сираттағы ярҙам алыуы бик ҡыуандыра, — тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда йәш ғаиләләр 11 миллион һумдан ашыу аласаҡ. Социаль түләүҙең күләме ғаилә ағзаларының һанынан сығып иҫәпләнә, социаль түләүҙәрҙең минималь суммаһы 529 200 һум, максималь күләме 1 234 800 һум тәшкил итте.