4 декабрь, Йәкшәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 12:49

Өфөлә ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләнеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. Өфөлә Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең концерт залында агросәнәғәт комплексы алдынғыларын уларҙың һөнәри байрамы көнөндә бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Тәбрикләү телмәре менән аграрийҙарға Башҡортостан Президенты һәм Хакимиәте исеменән БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин мөрәжәғәт итте.

— Ауылдағы хеҙмәт һәр саҡ яуаплы һәм ауыр булды, нәҡ шуға күрә ул айырым хөрмәт менән файҙалана. Һәр кеше баҫыуҙа йәки эшкәртеү сәнәғәтендә эшләгәндәрҙең хеҙмәт һөҙөмтәһе менән ҡуллана. Аграрийҙарға уларҙың намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәтлебеҙ. Залда ултырған һәр кемдең эше – ауылдаштары өсөн өлгө, уларҙың һөҙөмтәһенән республиканың дөйөм уңышы тора. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре йылды яҡшы тамамланы. Был ҡаҙаныштар Хөкүмәттең, район һәм ҡала округтары хакимиәттәренең, ауыл биләмәләренең, баҫыуҙа һәм фермала эшләгәндәрҙең тырышлыҡтарының уртаҡ һөҙөмтәһе булып тора. Күп нәмә эшләнгән, әммә тармаҡ инфраструктураһын үҫтереү һәм модернизациялау буйынса мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк буласаҡ әле, — тине Илдар Тимерғәлин.

БР ауыл хужалығы министры Николай Коваленко аграрийҙарға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм эштән шатлыҡтар теләне.

Тантанала республиканың агросәнәғәт комплексы өлкәһендә ярыш һығымтаһы буйынса юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән муниципаль райондар, ойошмалар һәм тармаҡ хеҙмәткәрҙәре билдәләнде.

Производство алдынғыларына «Башҡортостан Республикаһында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» айырма билдәләре, почет грамоталары тапшырылды. Утыҙҙан ашыу белгес «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.