6 декабрь, Шишәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 11:54

Рәсәй социологтары үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләй

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 14 ноябрҙә Рәсәйҙә Социолог көнө билдәләнә. Башҡортостанда социология фәне юғары үҫешкән йүнәлеш. Социолог көнөн республикала лабораториялар һәм йәмәғәт фекерен өйрәнеү үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, юғары уҡыу йорттарының социология факультеты профессорҙары, уҡытыусылары, студенттары, мониторинг, дәүләт һәм муниципаль власть органдарының йәмәғәт фекерен өйрәнеү һәм булдырыу бүлектәре хеҙмәткәрҙәре билдәләй.

Башҡортостанда социология фәне һәм практикаһының дәрәжәһе ярайһы уҡ үҫешкән. Дәүләт һәм муниципаль власть органдары яғынан уға ихтыяж ҙур. Ҡала менән идара итеү тәжрибәһендә социолог-эксперттарҙың белемен һәм тәжрибәһен ҡулланыу Өфө хакимиәте эшмәкәрлегендә иң өҫтөнлөклөләрҙең береһе. Етәкселәргә республика үҫешенең иң көнүҙәк мәсьәләләре буйынса халыҡтың фекерен белеү мөһим, һәм бында уларға социологтар ярҙамға килә.

Тарихи документтар раҫлауынса, 1901 йылдың 14 ноябрендә Парижда Рус юғары йәмәғәт фәндәре мәктәбе асыла. Ҡайһы бер белгестәр уны донъя фәндәре тарихында тәүге социология факультеты тәжрибәһе тип иҫәпләй. Рус юғары йәмәғәт фәндәре мәктәбендә лекцияларҙы Рәсәйҙең алдынғы социологтары һәм сәйәсмәндәре: Максим Ковалевский, Николай Кареев, Евгений де Роберти, Павел Милюков уҡый. 1994 йылдан алып Социолог көнө Рәсәйҙең алдынғы юғары уҡыу йорттары факультеттарында, шул иҫәптән Рәсәй социология академияһы барлыҡҡа килгән Санкт-Петербург университетында ла даими уҙғарыла.