6 декабрь, Шишәмбе

14 ноябрь 2014 йыл, 10:56

«Bell» Көньяҡ-Африка компанияһы Башҡортостанда самосвалдар етештерергә ниәтләнә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 13 ноябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ-Африка Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы Илсеһе Мандиси Мпахлуа менән осрашты. Яҡтар Башҡортостанда «Bell» самосвалдарын етештереү перспективаларын һәм башҡа үҙ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерҙе.

Рөстәм Хәмитов, әлеге ваҡытта республиканың Көньяҡ-Африка Республикаһы менән тауар әйләнеше 100 мең долларҙан арта, тип билдәләне. Әммә Башҡортостан хеҙмәттәшлекте нығытыу һәм уртаҡ эшмәкәрлек йүнәлештәрен үҫтереү менән ҡыҙыҡһына.

— Машина эшләү производствоһы, автобустар, станоктар, төҙөлөш материалдары өлөшөндә Көньяҡ-Африка Республикаһына тауарҙар поставкаларға әҙербеҙ. Һеҙҙә эшләү өсөн белгестәрҙе лә йүнәлтә алыр инек, – тип билдәләне республика башлығы.

Мандиси Мпахлуа Көньяҡ-Африка Республикаһының шулай уҡ кооперация зонаһын киңәйтеүҙә һәм инвесторҙар йәлеп итеүҙә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе. Илсенең фекеренсә, республиканы тау-мәғдән сығарыу сәнәғәте өсөн ҡорамалдар поставкалаусы компаниялар ҡыҙыҡһындыра ала.

— Әлеге ваҡытта ошондай ҡорамалдар сығарыу буйынса Башҡортостанда производствоны эшләтеп ебәреүҙе ҡарайбыҙ. Көньяҡ-Африка Республикаһынан «Bell» компанияһы самосвалдар етештерә. Был бик көслө компания. Компанияның Рәсәйҙә етештереүсе булараҡ эшләүе өсөн шарттарҙы һәм мөмкинлектәрҙе өйрәнәбеҙ. Көньяҡ-Африка Республикаһында «Bell» компанияһының абруйы бик яҡшы, һәм уны бында, Рәсәйҙә лә шулай итеп күрергә теләр инек, – тине Мандиси Мпахлуа.

Рөстәм Хәмитов был аҙымдың Башҡортостан һәм Көньяҡ-Африка Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙа «тәүге аҡсарлаҡ» буласағына ышаныс белдерҙе.