Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.49 ↓

EUR 63.17 ↑

23 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Президенты план-баҙар иҡтисадын үҫтереүҙе кәрәкле тип иҫәпләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2014 йыл, 14 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

«Кеше капиталы менән идара итеү: үҙгәреш стратегияһы» III Төбәк-ара кадрҙар форумының пленар ултырышында фекер алышыуҙа ҡатнашып, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов план-баҙар иҡтисадын үҫтерергә саҡырҙы.

Уның фекере буйынса, Совет заманындағы планлаштырыу нигеҙҙәре күбеһенсә артыҡ булған һәм йәмғиәтте боҙған. Әммә уларҙан баш тартыу һөҙөмтәһендә «беҙ ниндәйҙер идара итеп булмаған һәм аҙ контролле хәлгә төштөк». Берҙәм маҡсаттың булмауы предприятиеларҙың тарҡалыуына килтерә һәм, шуға күрә, тауар һатыу баҙарын юғалтыуға.

— Совет заманында Башҡортостандың нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы берҙәм кластер булған. Ул 40-50 йыл элек ойошторолған. Предприятиелар үҙ-ара бәйләнештә булып, ресурс ағымын дөрөҫ итеп формалаштырған. Сеймалға, һуңғы продукцияға яуаплы предприятиелар булған. Бөгөн был кластер бик күп өлөшкә бүленгән. Уның биш хужаһы бар. Һөҙөмтәлә был бөтә кластер сәйәсәте тотороҡһоҙланған. Хәҙер Совет заманына ҡарағанда нефть эшкәртеү, нефть химияһы, химия комплексы өс тапҡырға аҙыраҡ продукция етештерә. Кемгә бынан яҡшы? Беҙгәме? Юҡ. Ә был предприятиеларҙың хужалары булып киткәндәргә, бәлки, насар түгелдер. Яҡшы ағым, дөйөм алғанда, был комплексты эшләтә. Әммә беҙгә был эштә, һис шикһеҙ, планлылыҡ кәрәк. Беҙгә ошондайыраҡ структура булдырыу мотлаҡ, — тип айырып әйтте Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы элек бер нисә өлкә предприятиеларына ингән, берҙәм технологик сылбырҙа эшләгән төбәк-ара мега-кластерҙар тураһында хәтергә төшөрҙө. Рөстәм Хәмитов план-баҙар алымының бөгөнгө иҡтисади проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирәсәгенә ышана.

— План ҡағиҙә, ниндәйҙер йөкләмә кеүек түгел, ә стратегия һымаҡ, сәнәғәт сәйәсәтендә нимә эшләргә кәрәк буласаҡ уйланылған алым булараҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть