9 декабрь, Йома

13 ноябрь 2014 йыл, 14:54

РФ һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Игорь Каграманян Өфөлә кардиология үҙәгенең эше менән танышты

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. РФ һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Игорь Каграманян Өфөлә Республика кардиология үҙәгенең эше менән танышты.

Игорь Каграманян төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Әнүәр Бакиров менән бергә хирургия бүлеген, операция блоктарын, реанимация һәм интенсив терапия бүлеген, балалар өсөн уйын бүлмәһен ҡараны, һаулыҡ һаҡлауҙы модернизациялау сиктәрендә һатып алынған заманса ҡорамалдар менән танышты. Министр урынбаҫары балалар анестезиология һәм реанимация бүлегенә айырым иғтибар бирҙе, уның асылыуы йөрәге сирле балаларға – оператив ҡатнашыуҙан алып реабилитациялауға тиклем – махсуслаштырылған һәм юғары технологик медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бер бөтөн блок булдырырға мөмкинлек бирҙе, тип аңлаттылар БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Медицина учреждениеһының баш табибы Ирина Николаева билдәләүенсә, Үҙәк йөрәк һәм ҡан тамырҙарына яңы оператив ҡатнашыу төрҙәрен әүҙем үҙләштерә. 2013 йылдан алып республикала йөрәкте ортотопик күсереп ултыртыу буйынса операциялар яһай башлағандар. Кардиологик үҙәк сифатлы һәм уңайлы медицина ярҙамын үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль һәм республика программаларын ғәмәлгә индереүҙә ҡатнаша.