3 декабрь, Шәмбе

13 ноябрь 2014 йыл, 16:56

Республикала 70-ләгән күп балалы әсә «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөн, 13 ноябрҙә, Башҡортостан Хөкүмәтендә иҫәп буйынса 115-се күп балалы әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. «Әсәлек даны» миҙалын был көндө республиканың 70-ләгән күп балалы әсәһе алды. Бөгөнгө көнгә маҡтаулы наградаға 6,6 меңдән ашыу ҡатын лайыҡ булған.

Лайыҡлы үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүгә үҙ тормошоноң ҙур өлөшөн арнаған ҡатындарға йылы һәм изге теләктәр аҙ әйтелмәне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың исменән әсәләрҙе ҡотланы.

— «Бәхет әсәләр аъяғы аҫтында», ти халҡыбыҙ. Һәм был һүҙҙәрҙә әсәләргә ҡарата мөнәсәбәт һәм беҙҙең өсөн ғәҙәти булған ғаилә ҡиммәтәренең юғары әһәмиәте сағыла, — тине Салауат Сәғитов һәм быйыл республикала ата-әсәлек дәрәжәһен билдәләүсе тағы ла бер награданың — Башҡортостан Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән «Ата-әсәләр ҡаһарманлығы» миҙалының барлыҡҡа килеүен билдәләне.

Бөгөн балалы ғаиләләргә республикала 30-лаған төр социаль ярҙам күрһәтелә. Был маҡсаттарға федераль һәм республика бюджеттарынан йыл һайын һигеҙ миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә.