7 декабрь, Шаршамбы

13 ноябрь 2014 йыл, 16:28

Рөстәм Хәмитов хеҙмәт миграцияһын үҫтерергә саҡырҙы

фото: Хәлит Сафин

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. «Кеше капиталы менән идара итеү: үҙгәреш стратегияһы» III Төбәк-ара кадрҙар форумы сиктәрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика белем биреү учреждениеларының, кадрҙар агентлыҡтарының һәм алдынғы предприятиеларының методик эштәре күрһәтелгән, «Башҡортостан — БАШлы хеҙмәткәрҙәр өсөн HR-stan» тематик күргәҙмә менән танышты.

Сауҙа компаниялары стендтарын ҡарап, Рөстәм Хәмитов һатыусы һәм һатып алыусы араһында аралашыу мәҙәниәтен күтәреү мөһимлегенә айырым иғтибар бирҙе. Уның әйтеүе буйынса, бөгөн ул илдә лә, республикала ла етешмәй.

Өфө механика-технология колледжы вәкилдәре Башҡортостан Президентына сит ҡаланан килгән белгестәр һәм уҡытыусылар өсөн уҡыу йортонда ла, дөйөм алғанда республикала ла лайыҡлы дөйөм ятаҡтарҙың булмауын һөйләне, ул хеҙмәт миграцияһын үҫтереү өсөн етди ҡаршылыҡ булып тора. Әлеге ваҡытта был маҡсаттар өсөн Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең ҡулланылмаған корпустарын файҙаланыу проекты тикшерелә, әммә уны реконструкциялауға предприятиеның да, колледждың да саралары юҡ. Рөстәм Хәмитов был мәсьәләне БР Хөкүмәтендә күтәреүен билдәләне.

— Был темаға яуаплы булыусы төҙөүселәр ҙә, министрлыҡтар ҙа әлегә бер вариант та тәҡдим итмәне. Бының күпме тороуы, нимә талап итеүе, перспективаһы аңлайышһыҙ, — тип айырып әйтте республика Президенты.

Рөстәм Хәмитов хеҙмәт миграцияһы темаһына айырым иғтибар биреп, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе йомғаҡтары буйынса йөкләмәләр әҙерләүҙе тиҙләтергә саҡырҙы.