8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2014 йыл, 12:44

Башҡортостан Кинематографсылар союзын Фәрит Ғәбитов етәкләне

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәрит Ғәбитов Башҡортостан Республикаһы Кинематографсылар союзы рәйесе итеп һайланды. Ҡарар БР Кинематографсылар союзының отчет-яңынан һайлау йыйылышында ҡабул ителде.  Фәрит Ғәбитов республиканың иң әүҙем кино эшмәкәрҙәренең береһе булараҡ билдәле, етәкселек тәжрибәһенә эйә, шул иҫәптән кинопрокат тармағында ла.

Союз башлығы вазифаһына өс кандидатура күрһәтелә – әле эшләп килгән Айсыуаҡ Йомағолов, кинорежиссер Вилүрә Иҫәндәүләтова һәм Башҡортостан Кинематографсылар Союзының яуаплы секретары Фәрит Ғәбитов.

Кинематографсылар союзының отчет-яңынан һайлау йыйылышы эшендә Рәсәй Кинематографсылар союзының төбәктәр менән эш итеү буйынса бүлек начальнигы Андрей Трещалин һәм БР мәҙәниәт министры урынбаҫары Шамил Абраҡов ҡатнаштылар.

Дүрт йыл эсендә эшләнгән эш тураһында ентекле отчет менән Кинематографсылар союзы рәйесе, кинорежиссер Айсыуаҡ Йомағолов сығыш яһаны. Ул «Башҡортостан» киностудияһы менән бергәләп эшләнгән киносараларҙы: фильмдарҙың презентацияларын, киногастролдәрҙе, республика ҡалаларындағы һәм унан ситтәге ижади осрашыуҙарҙы, анимацияның 100 йыллығына арналған «Родина» кинотеатрындағы «Башҡорт йәнһүрәт-әкиәтен» һәм башҡа ижади проекттарҙы хәтергә алды.

Союз шулай уҡ кино ветерандарына һәм йәш кинематографсыларға матди ярҙам күрһәткән. Ойошма йәмәғәттә айырым урын биләй һәм республика мәҙәниәтен үҫтереүгә һәм милли киноны пропагандалауға үҙ өлөшөн индерә, тип хәбәр итте «Башҡортостан» киностудияһы матбуғат секретары Зөһрә Бураҡаева.

Шамил Абдраҡов башҡорт кинематографына дәүләт ярҙамының әһәмиәтен билдәләне: ул кинопроекттарға республика Президентының гранттары, киностудияның яңы, үҙ бинаһына күсеүе, кино төшөрөү павильонын реконструкциялау һәм «Аҡбуҙат» Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален уҙғарыу.