8 декабрь, Кесе йома

13 ноябрь 2014 йыл, 11:53

Баш ҡалала «Волга һәм Урал араһында-2014» бөтә Рәсәй музыка фестивале асылды

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисәге Өфөлә Волга буйы, Урал һәм Коми Республикаһы композиторҙарының «Волга һәм Урал араһында-2014» XXVI бөтә Рәсәй музыка фестивале асылды. Фестивалдә ете республика: Башҡортостан, Татарстан, Чувашия, Марий Иле, Удмуртия, Мордовия, Коми республикалары вәкилдәренең – хәҙерге заман авторҙарының музыкаһы яңғыраясаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында уҙған матбуғат конференцияһында ойоштороусылар, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар сара тураһында тәфсирләп һөйләне.

— Республиканың Мәҙәниәт министрлығы менән бергәләп ғәйәт ҙур ойоштороу эшен башҡарҙыҡ. Беҙҙә ете концерт уҙасаҡ – ике симфоник, ике камера, хор, халыҡ музыка ҡоралдары оркестры һәм «Дуҫтар музыкаһы» йыр концерттары. Фестивалдә төрлө жанрҙарҙа төрлө-төрлө әҫәрҙәр яңғыраясаҡ. Республикабыҙға ебәрелгән бөтә әҫәрҙәрҙе лә башҡарабыҙ. Партитуралар ҙа булды, уларҙы яңынан ҡоралландырырға тура килде. Корифейҙар – Заһир Исмәғилевтың, Рөстәм Яхиндың, Хөсәйен Әхмәтовтың, урта быуын композиторҙары – Нур Дауытовтың, Салауат Низаметдиновтың, Роза Сәхәүетдинованың һәм башҡаларҙың музыкаларын ишетәсәкһегеҙ. Беҙҙә әҫәрҙәрҙең премьералары буласаҡ, атап әйткәндә, Башҡортостан композиторҙары – Валерий Скобелкиндың, Рөстәм Сабитовтың симфониялары, шулай уҡ төрлө республика композиторҙарының байтаҡ әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Бөтә алдынғы коллективтар йәлеп ителгән, шул иҫәптән БР Милли симфоник оркестры, опера һәм балет театры оркестры, хор капеллаһы, БР Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры һәм бик күп йәш башҡарыусылар – студенттар, аспиранттар, — тип һөйләне БР Композиторҙар союзы рәйесе Ләйлә Исмәғилева.

— Заманса музыка фестивалдәрен уҙғарыуығыҙ бик яҡшы. Геройҙарығыҙҙы бөгөн йөҙгә белергә тейешһегеҙ, илебеҙ композиторҙарҙының әҫәрҙәре, йырҙары йышыраҡ яңғырарға тейеш, ә коммерция телевидениелары күрһәткән инлиз телендә генә түгел. Бындай фестивалдәрҙең күберәк булыуын, музыканың популярлашыуын, әҫәрҙәрҙең башҡаралыуын, авторҙарҙың лайыҡлы бүләкләнеүҙәрен һәм йырҙарҙың артабан да үҙ милли мәҙәниәтен алға алып барыуҙарын теләйем, — тип билдәләне Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары Андрей Батурин.

Татарстан Республикаһы Композиторҙар союзы рәйесе, Рәсәй Композиторҙар союзы рәйесе урынбаҫары Рәшид Кәлимуллин 2015 йылда «Волга һәм Урал араһында-2014» фестиваленең яңы форматта, балалар музыкаһына өҫтөнлөк менән Әлмәттә үтәсәк тип вәғәҙәләне.

Өфөгә фестивалгә шулай уҡ композиторҙар союздары рәйестәре Валерий Кульшетов (Марий Иле Республикаһы), Нина Кошелева (Мордовия), Марина Ходорева һәм Александр Корепанов (Удмуртия) килгән.

— Беҙҙә татыу ғаилә. Беҙ төрлө республикалар, мөмкинлектәребеҙ ҙә төрлө. Башҡортостан һәм Татарстан республикалары үҙҙәренең юғары уҡыу йорттарына, башҡарыу көстәренә эйә. Улар булмаған республикалар үҙҙәренең ҙур әҫәрҙәрен Башҡортостанда күрһәтә ала. Фестивалдә тотош күп милләтле сәскәлек яңғырай, ошоно һаҡлап ҡалыу һәм арттырыу мөһим, — тип иҫәпләй Валерий Кульшетов.

Матбуғат конференцияһынан һуң фестиваль ҡунаҡтары күренекле башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевтың һәйкәленә сәскәләр һалды.

«Волга һәм Урал араһында» фестивале 80-се йылдарҙан алып Рәсәй милли республикаларының баш ҡалаларында йыл һайын уҙғарыла. Бынан алдағы фестиваль Саранскиҙа үтте. Өфө Волга буйы фестивален бишенсе ҡабат ҡабул итә.