3 декабрь, Шәмбе

13 ноябрь 2014 йыл, 9:47

Николай Патрушев, Михаил Бабич һәм Рөстәм Хәмитов Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булдылар

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 12 ноябрҙә Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары Николай Патрушев һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән бергә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булдылар, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Рәсәй Федерацияһының Именлек советы секретары һәм Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленә заводтың етештереү цехтарын күрһәттеләр, атап әйткәндә, компетенция үҙәген һәм Рәсәй өсөн үҙенсәлекле булған ПД-14 двигателе өсөн тулыландырыусы өлөштәр сығарылған урынды.

Предприятиела титан иретмәһенән ҡатмарлы узелдар иретеп йәбештереү участкаһын һәм тикшереү стендын күрһәттеләр, ҡунаҡтар унда 4++ Су-35С быуын истребителе өсөн көйләнеүсән тартыу векторы булған двигателде форсажға сығарыу процесын күҙәтте.

Хәҙер заводта производствоны техник яҡтан яңынан ҡоралландырыу комплекслы программаһы ғәмәлгә индерелә, уға заманса күп функциялы һәм махсуслаштырылған ҡорамал һатып алыу, үҙенсәлекле технологик ҡорамалды һәм стенд базаһын модернизациялау инә.

«Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – Рәсәйҙә иң эре авиация двигателдәрен етештереүсе. Предприятие заманса хәрби авиация комплекстарына ҡуйылған турбореактив авиация двигателдәре етештереүҙә һәм хеҙмәтләндереүҙә махсуслаша. Шулай уҡ заводта вертолет техникаһы һәм газ турбиналы энергия техникалары өсөн узелдар етештерәләр.

темалар: сәфәрҙәр, өмэпб