5 декабрь, Дүшәмбе

13 ноябрь 2014 йыл, 8:50

Рөстәм Хәмитов: «Тыныслыҡ һөйөү нигеҙҙәре өндәү менән түгел, ә билдәле изге эштәрҙә ҡатнашыу менән тәрбиәләнә»

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 13 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. СССР-ҙың/Рәсәйҙең ЮНЕСКО составына инеүҙең 60 йыллығына арналған «Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы хәбәрҙәре»нең («Вестник Комиссии Российской Федерации по делам ЮНЕСКО») быйылғы 21-се һанында Башҡортостан Президенты, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы Рөстәм Хәмитовтың мәҡәләһе баҫылған. Төбәк башлығы баҫмаға республиканың ЮНЕСКО менән 15 йыллыҡ хеҙмәттәшлек тәжрибәһе, был халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирында Башҡортостандың былтырғы презентацияһы тураһында һөйләй.

Рөстәм Хәмитовтың фекере буйынса, донъя үҙенсәлекле рухи, әхлаҡи, мәҙәни яҡлауға мохтаж. Был юҫыҡта кешелеклек, тыныслыҡ, рухи байлыҡ, тарихи хәтер идеяларын пропагандалаусы ЮНЕСКО-ның роле баһалап бөткөһөҙ. Республика башлығының ҡарашына, был ойошманың төп тәғәйенләнеше ошоға ҡайтып ҡала ла инде. ЮНЕСКО кешелектең баһалап бөтөргөһөҙ тәбиғи һәм рухи мираҫын һаҡлап ҡалыуҙа төп ролдәрҙең береһен башҡара, тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.

— Хәҙерге донъяла кешеләр ҡайһы берҙә ысын ҡиммәттәр хаҡында онота, уларға етерлек кимәлдә иғтибар бүлмәй. Башҡортостан – нефть эшкәртеү сәнәғәте, нефть химияһы, машина эшләү үҙәктәренә эйә булыусы сәнәғәти үҫешкән төбәк. Шул уҡ ваҡытта матди булмаған байлыҡтарыбыҙ тураһында ла оноторға ярамай. Рухи яҡтан үҫеп етмәгән, әхлаҡи мәхрүм ителгән йәмғиәттә иҡтисадтың үҫеше лә була алмай. Сөнки глобаль мәғәнәлә кешелекте валюта ла, нефткә хаҡтар ҙа, Доу Джонс индексы ла берләштермәй, ә тыныслыҡ, изгелек, кеше йәнле булыу, тупланған белем идеологияһы, — ЮНЕСКО пропагандалаған, тәрән дөйөм кешелек ҡиммәттәре. Уларҙа берҙәмлек тора ла инде, бына шуның өсөн күпселек кешеләр өсөн был идеалдар яҡын һәм ҡиммәт, — тип билдәләне баҫмаға Рөстәм Хәмитов.

ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү тураһында һөйләгәндә, республика башлығы программаларҙы арттырыуға түгел, ә булған проекттарға күберәк кешеләрҙе йәлеп итеүгә айырым иғтибар бирҙе. Викториналар, телекүперҙәр, сит илдәрҙә стажировка үтеүҙән башлап биосфера резерваттары һәм тәбиғи ҡурсаулыҡтар булдырыу кеүек глобаль программалар менән тамамлана. «Камиллыҡҡа сик юҡ, шуға күрә, ЮНЕСКО эшмәкәрлегенең мәҙәни, мәғариф һәм ғилми аспекттарын күп көс талап иткән эш менән даими рәүештә туйындырыу мотлаҡ. Һәм был эшкә йәштәребеҙҙе лә йәлеп итергә кәрәк. Бәләкәй йәштән алып толерантлыҡ, кеше йәнле булыу, тыныслыҡ һаҡлау кеүек донъя стандарттары менән тоташып, һуңынан оло тормошта кешеләр йәмғиәтте тарҡатыусы идеологияларҙы хуплап тормаҫ, моғайын, һәм бер ҡасан да тотороҡһоҙлоҡ өсөн ҡулдарына ҡорал алмаҫ. Тыныслыҡты һөйөү нигеҙҙәре өндәүҙәр менән түгел, ә билдәле изге эштәрҙә ҡатнашыу менән тәрбиәләнә», — тип айырып әйтте Башҡортостан Президенты, Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы ағзаһы Рөстәм Хәмитов.

«Рәсәй Федерацияһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы хәбәрҙәре» ЮНЕСКО-ның рәсми баҫмаһы булып тора һәм ошо халыҡ-ара ойошманың 195 ағза булған илдәрендә таратыла. Рөстәм Хәмитовтың мәҡәләһенең тулы тексын һәм республика башлығының баҫма һорауҙарына яуаптарын «Детально» бүлегендә уҡый алаһығыҙ.

темалар: юнеско