10 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2014 йыл, 14:58

Рөстәм Хәмитов: «Власты федераль, төбәк һәм урындағыға бүлергә кәрәкмәй. Беҙ бөтәбеҙ ҙә - бер бөтөн»

фото: Олег Яровиков, Хәлит Сафин

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 12 ноябрҙә республика Хөкүмәте Йортонда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәйеслегендәге кәңәшмәлә ҡатнашты, унда Башҡортостан Республикаһы буйынса яңы Баш федераль инспектор Андрей Чечеватов менән таныштырҙылар.

Кәңәшмәлә республика Хөкүмәте ағзалары, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, эре ҡалалар башлыҡтары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлектәре етәкселәре, төбәктең традицион конфессиялары лидерҙары һәм республиканың алдынғы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашты.

Михаил Бабич пенсия йәшенә етеү сәбәпле вазифанан бушатылған, Башҡортостан Республикаһы буйынса элекке Баш федераль инспектор Петр Капишниковҡа бик яҡшы эше өсөн рәхмәт әйтте.

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең әйтеүе буйынса, юғары профессионал, тәжрибәле белгес булараҡ Андрей Чечеватов үҙенең алдына ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы хәл итә аласаҡ.

— Андрей Викторовичтың алданғы хеҙмәт, һөнәри тәжрибәһе республиканың бөгөнгө үҫеш этабы өсөн етерлек кимәлдә файҙалы буласаҡ тип иҫәпләйем. Һайлау кампанияһы уҙҙы, яңы команда йыйылды, төбәктең социаль-иҡтисади, сәйәси үҫеше буйынса яңы стратегик бурыстар билдәләнде. Минең ҡарашҡа, Андрей Викторович һеҙҙең дуҫ, уңышлы командаға тамам ҡушылып китәсәк, — тине Михаил Бабич.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республика буйынса Баш федераль инспекторға уңышлы эшләүен теләне.

— Был вазифа етерлек ҡатмарлы, яуаплы, билдәле. Һис шикһеҙ, төбәк власының, федераль башҡарма власть органдарының территориаль структураларының бергәләп эшләүендә үҫешеү теләйем. Әгәр бергәләп эшләһәк, бөтә мәсьәләләребеҙ ҙә хәл ителәсәк. Власты федераль, төбәк һәм урындағыға бүлергә ярамай. Беҙ бөтәбеҙ ҙә — бер бөтөн, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, Михаил Бабич республика буйынса яңы Баш федераль инспекторға хәл итергә кәрәк буласаҡ тәү сираттағы бурыстар иҫәбендә социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе атаны.

— Дөйөм алғанда иҡтисадтың хәҙерге хәле хәрәкәтсән, көсөргәнешле. Рәсәй Президенты указдарын үтәү өлөшөндә дәүләт башлығы ҡуйған бурыстарға ирешеү өсөн бөтә ресурстарҙы йәлеп итергә кәрәк, улар, асылда, төбәк үҫешенең бөтә социаль-иҡтисади нигеҙен: социаль өлкәне лә, иҡтисадтың ысын секторын да формалаштыра. Яңы команда туплана. Был өлөштә федераль башҡарма власть органдарының терәк булып тороуы ла, дөйөм һөҙөмтәгә өлгәшеүҙә берҙәм сығанаҡ булып эшләүе лә мөһим, — тип билдәләне тулы хоҡуҡлы вәкил.