Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Республиканың өс вәкиле Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы менән Башҡортостандың өс вәкиле наградланды. Александр Зайдман — республиканың атҡаҙанған машина эшләүсеһе, 60 йыл машина эшләү предприятиеларында эшләгән. Альберт Карпов — «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең элекке директоры, предприятиеның стратегик үҫтереү планын әҙерләүгә ҙур өлөш индергән, уның етештереү потенциалын һаҡлап ҡалыуға тәьҫир иткән. Алмаз Лотфуллин — «БЭТО» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең идара итеүсе директоры, республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты. Бүләкләү тантанаһы ошо көндәрҙә Өфөлә барған VI Урал сәнәғәт форумында уҙҙы.

Айырма билдәһе илдең машина эшләү тармағы үҫешенә ҙур шәхси өлөш индергән өсөн, яңы техника һәм технология уйлап табыу һәм индереү, производство һөҙөмтәлелеген һәм сығарылған продукцияның сифатын күтәреү буйынса саралар өсөн, алдынғы тәжрибәне киң таратыу өсөн бирелә.

Рәсәй Машина эшләүселәр союзының «Намыҫлы хеҙмәт өсөн» миҙалы 2011 йылда ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть