Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.07 ↓

EUR 60.84 ↓

25 апрель, Шишәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала билдәле шағир Ғәзим Шафиҡовты иҫкә аласаҡтар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кесе йома, 13 ноябрҙә, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм крайҙы өйрәнеү бүлегендә билдәле башҡорт шағиры Ғәзим Шафиҡовтың иҫтәлегенә арналған сара уҙасаҡ. Быйыл 1 октябрҙә республиканың әҙәби йәмәғәтселеге уның 75 йыллығын билдәләне.

Бүлек мөдире Айгөл Буранғолова хәбәр итеүенсә, яҙыусыны иҫкә алырға, уның шиғырҙарын уҡырға һәм уның тураһында хәтирәләр менән уртаҡлашырға хеҙмәттәштәре, республика Яҙыусылар союзы рәйесе Наил Ғәйетбаев, берләшмә вәкилдәре Рауил Бикбаев, Флорид Бүләков, Рәшит Шәкүр, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры хеҙмәткәрҙәре, журналистар, Башҡорт дәүләт университеты студенттары йыйыласаҡ.

Шулай уҡ сараға Ғәзим Шафиҡовтың туғандары: тол ҡалған ҡатыны Роза, ҡыҙы Зөһрә, апаһы Ғәлиә саҡырылған. Әҙәби сығыштарҙан тыш ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм йырсы Радик Динәхмәтов башҡарыуында концерт номерҙары ла буласаҡ.

Осрашыу көндөҙгө сәғәт өстә башлана.

Ғәзим Шафиҡов (1939-2009) — күренекле башҡорт шағиры, прозаик, драматург, публицист, тәржемәсе, фольклорсы. «И совесть, и жертвы эпохи» тигән китабы өсөн Ғәзим Шафиҡов Салауат Юлаев исемендәге Башҡортостан Республикаһы Дәүләт премияһына лайыҡ була. БР атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, М.Аҡмулла, Сергей Чекмарев, Һәҙиә Дәүләтшина һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты.

Теги: хәтер
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть