Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

17 декабрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспектор – Андрей Чечеватов

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Республика Йортонда Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич рәсми рәүештә Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш федераль инспекторҙы таныштырҙы. Ул, алдан Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспектор вазифаһын башҡарған, Андрей Чечеватов булды. Тантанала республика башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.

Андрей Викторович Чечеватов 1965 йылдың 18 ноябрендә Мәскәүҙә тыуған. 1987 йылда Ульяновск юғары команда училищеһын, 1997-лә — М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияһын, 2002 йылда РФ Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай. 20 йылдан ашыу Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт итә.

2006-2008 йылдарҙа — Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы ҡарамағындағы Дипломаттар корпусын хеҙмәтләндереү буйынса төп производство-коммерция идаралығы филиалының директор урынбаҫары, файҙаланыу идаралығы начальнигы. 2008 йылда  «Стройинвест» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтендә һәм «Макс» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары вазифаларын башҡара, 2009 йылда — Төбәк-ара бүлеү селтәрҙәре компанияһы холдингы идаралығы департаментының начальник урынбаҫары.

2009-2013 йылдарҙа «Недвижимость ИЦ ЕЭС» асыҡ акционерҙар йәмғиәте компаниялар төркөмө генераль директоры була.

2013 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге аппаратының Киров өлкәһе буйынса Баш федераль инспекторы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть