3 декабрь, Шәмбе

12 ноябрь 2014 йыл, 12:17

Өфөлә оптимистик ҡарашлы кешеләр йәшәй

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң оптимистик ҡарашлы кешеләре йәшәй. Ошондай һығымтаға, октябрҙә Рәсәй иҡтисадындағы хәлде тасуирлаусы тикшереүҙәрҙе уҙғарған, «Росгосстрах» компанияһы эксперттары килгән.

Ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иртәгәге көнгә ышаныслы ҡарашлы булғандарҙың өлөшө Рәсәй буйынса уҙған айҙа өс процентҡа үҫеп, 69 процент тәшкил итә. Өфөлә күрһәткес 67 процентҡа тиң, ул былтырғыға ҡарағанда дүрт процентҡа күберәк. Шулай уҡ өфөләрҙең 75 проценты улар эшләгән предприятиеларҙың позитив киләсәгенә ышана. Былтыр был күрһәткес 72 процент тәшкил иткән.

Үҙ тормошо менән тулыһынса ҡәнәғәт ҡала халҡының да һаны арта. Ундайҙар 82 процент.