6 декабрь, Шишәмбе

12 ноябрь 2014 йыл, 11:15

Республикала өс етәксе үҙҙәрен эшсе һөнәрҙәрҙә һынап ҡараясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Түрә һөнәрен алмаштыра» акцияһының өсөнсө этабы уҙасаҡ. Былтыр башланып киткән акцияның ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы. Уның төп маҡсаты – хеҙмәт баҙарында талап ителгән һөнәрҙәрҙең абруйын күтәреү.

— Акцияның өсөнсө этабында табип, ташсы һәм инженер һөнәрҙәре буласаҡ. Быйыл ведомство министрҙары һәм етәкселәре карьераһының башланғыс этабына баҫым яһала, сөнки түрә булып тыумайҙар, ә эшләп етәксе булып китәләр, — тип билдәләне ведомство матбуғат секретары Роза Кузьменко.

12 ноябрҙә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров Республика клиник дауаханаһында операция эшләй.

13 ноябрҙә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Ильяс Мөниров үҙ оҫталығын «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалын төҙөүҙә күрһәтә.

14 ноябрҙә БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Вячеслав Ғиләзетдинов Яңы Александровкала газ торбаһы үткәргестәрен таҙартыу һәм тикшереүҙе үткәрә.