7 декабрь, Шаршамбы

12 ноябрь 2014 йыл, 10:32

Башҡорт дәүләт университеты һәм Сколково фән һәм технологиялар институты хеҙмәттәшлек тураһында килештеләр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университеты һәм Сколково фән һәм технологиялар институты ғилми-тикшеренеү эштәре уҙғарыу тураһында килешеү төҙөнөләр. Документты Сколково фән һәм технологиялар институтының үҫеш буйынса вице-президенты Алексей Ситников һәм Башҡорт дәүләт университеты Николай Морозкиндың ҡултамғалары менән нығыттылар.

Башҡорт дәүләт университетының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, документ ғилми-тикшеренеү, инновация һәм уҡыу эшмәкәрлегендә уртаҡ эште күҙаллай. Ул былтыр иститутта асылған «Углеводород сығарыу буйынса Сколково фән һәм технологиялар институты үҙәге» Фән, инновация һәм уҡыу үҙәге менән уҙаҡташлыҡта башҡарыласаҡ. Үҙәк перспективалы углеводород эҙләү һәм сығарыу технологияларында махсуслаша. Шуға күрә килешеү сиктәрендә эшкә тәү сиратта Башҡорт дәүләт университеты структуралары, ошо өлкәләге алдынғы тикшеренеүҙәр: геофизика кафедраһы, ғәмәли физика кафедраһы һәм дисперсион системаларҙың микро һәм наномасштаблы динамикаһы үҙәге йәлеп ителәсәк.

Башҡорт дәүләт университеты һәм Сколково фән һәм технологиялар институтының уртаҡ эшендә уҡытыу компоненты айырым урын биләйәсәк. Килешеү тейешле һөнәрҙәр буйынса уҡытыу курстарын әҙерләүҙе һәм ғәмәлгә ашырыуҙы, белгестәр менән алмашыуҙы һәм бергәләп магистрҙар әҙерләүҙе күҙ уңында тота.

Килешеү биш йылға төҙөлгән, был ваҡыт эсендә дөйөм финанслау күләме 111 миллион 424 мең һум тәшкил итәсәк. 8 миллион 756 мең һум күләмендә тәүге транш Башҡорт дәүләт университеты иҫәбенә быйыл уҡ күсәсәк.