6 декабрь, Шишәмбе

12 ноябрь 2014 йыл, 9:31

Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙенең 20 йыллығын билдәләй

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 13 ноябрҙә БР Халыҡтар дуҫлығы йорто үҙенең 20 йыллығын билдәләй. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы булышлығында бында «Мәҙәниәттәр диалогы – йәмғиәттең тотороҡло үҫеш һәм халыҡтар хеҙмәттәшлеге нигеҙе» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙасаҡ.

Сараға рәсми шәхестәр, төбәк Хөкүмәте, министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре, шулай уҡ Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары – республиканың тарихи-мәҙәни үҙәктәре һәм милли-мәҙәни йәмәғәт берләшмәләре етәкселәре йыйыласаҡ.

Түңәрәк өҫтәлдә милләт-ара берҙәмлекте нығытыуҙа дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын ғәмәлгә индереү мәсьәләләре, милли-мәҙәни йәмәғәт берләшмәләренең роле тикшереләсәк.

Түңәрәк өҫтәл эшендә Рәсәй халыҡтары ассамблеяһының Ресурс үҙәге директоры, тарихи фәндәр докторы, профессор Александр Плотников, Удмуртия Республикаһының милли сәйәсәт министры Лариса Буранова, Башҡортостан, Удмуртия, Татарстан республикалары, Силәбе һәм Һамар өлкәләре Халыҡтар дуҫлығы йорттары директорҙары ҡатнашасаҡ. БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова республикала РФ дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләйәсәк.

Түңәрәк өҫтәл сиктәрендә проект сессияһы – «Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫешенә йүнәлтелгән сараларҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу» оҫталыҡ класы үтәсәк. Проект сессияһы аҙағында тарихи-мәҙәни үҙәктәр – БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары етәкселәре конкурсының финалы уҙасаҡ.

Сара Өфө ҡалаһы, К.Маркс урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан Сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министрлығы бинаһында иртәнге сәғәт унда башлана.

БР Халыҡтар дуҫлығы йорто 1994 йылда ойошторолған. Координациялау үҙәге булараҡ ул республиканың милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмаларын һәм тарихи-мәҙәни үҙәктәрен берләштерә, уларҙың һөҙөмтәле эше өсөн шарттар булдыра. Йыл һайын Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни үҙәктәре һәм милли-мәҙәни ойошмалары нигеҙендә республика һәм халыҡ-ара кимәлендә халыҡтарҙың милли-мәҙәни мираҫын, телдәрҙе һәм йолаларҙы һаҡлап ҡалыуға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө мәҙәни-күмәк саралар, милли байрамдар, күргәҙмәләр, конференциялар уҙғарыла. БР Халыҡтар дуҫлығы йорто менән Азат Ибраһимов етәкселек итә.