Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.37

EUR 63.12

16 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы – Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәте вице-президенты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/.

Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты деканы Альмира Ямалетдинова Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең вице-президенты итеп һайланды. Башҡорт дәүләт университетында хәбәр итеүҙәренсә, тәғәйенләү тураһындағы документҡа Йәмғиәт президенты Людмила Вербицкая ҡул ҡуйған.

Ойошманың уставына ярашлы, вице-президент биш йылға һайлана. Уның вазифа йөкләмәләренә  дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, йәмәғәт берләшмәләре, физик һәм юридик шәхестәр менән хеҙмәттәшлек иткәндә Йәмғиәт исеменән эш алып барыу инә.

Альмира Ямалетдинова – педагогия фәндәре кандидаты, доцент, рус теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханының С1 өлөшөн тикшергәндә Республика предмет комиссияһы рәйесе, 120-нән ашыу ғилми эш авторы һәм башҡорт мәктәптәре өсөн рус теле дәреслектәре авторҙашы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть