Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Николай Патрушев «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 12 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/.

Рөстәм Хәмитов Рәсәй Именлек советы секретары Николай Патрушевты төбәк территорияһы һәм халҡының именлеген тәьмин итеү эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградлау тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Николай Платонович Патрушев 1951 йылдың 11 июлендә Ленинградта тыуған. Армия генералы, юридик фәндәре кандидаты, Рәсәй Геройы. I, II, III һәм IV дәрәжәлеге «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн», Батырлыҡ, «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», Почет ордендары кавалеры, бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. 1974 йылдан алып дәүләт именлеге органдарында хеҙмәт итә. РФ Президентының Контроль идаралығын етәкләй, ун йылға яҡын Рәсәй Федераль именлек хеҙмәте директоры була. 2008 йылдың майында дәүләт башлығының указы менән Именлек советы секретары итеп тәғәйенләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть