Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостандың Экология министрлығы республиканың Ҡыҙыл китабына индереү өсөн һирәк осраусы хайуандар исемлеген әҙерләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы төбәктең Ҡыҙыл китабына тәҡдим ителгән хайуандар донъяһы объекттарын исемлеккә индереү, шулай уҡ уның теҙмәһенән ҡайһы берәүҙәрҙе сығарыу өсөн тикшереүгә ҡыҙыҡһыныусы кешеләрҙе саҡыра.

Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта Башҡортостан Республикаһы территорияһында һирәк осраусы һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында булған хайуандар һәм үҫемлектәр исемлеген – «Хайуандар» томын яңынан баҫыуға әҙерлек бара. Яңы баҫмаға индереү өсөн 114 ҡырағай хайуан төрө, сығарыу өсөн 23 төр тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, махаон күбәләген, һоро ҡаҙҙы, ышылдаҡ аҡҡошты, һоро ағынаны исемлектән сығарыу тәҡдим ителә. Белгестәр уларҙың иҫәбенең әлеге ваҡытта стабилләшеүен тәбиғи сәбәптәрҙең тәьҫире һәм популяцияларҙы һаҡлау буйынса ҡабул ителгән сараларҙың һөҙөмтәлелеге менән аңлата.

Эшмәкәрлектәре хайуандар донъяһын һаҡлау менән бәйле булған ғилми ойошмаларҙан, предприятиеларҙан һәм граждандарҙан Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына тәҡдимдәр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында 25 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Мәғлүмәтте ishemgulova.n@bashkortostan.ru электрон адресына йүнәлтергә кәрәк. Белешмә өсөн телефон: (347) 218-04-52.

Ҡыҙыл китапҡа индереү, шулай уҡ унан сығарыу өсөн тәҡдим ителгән хайуандар төрҙәре исемлеге менән БР Экология министрлығының рәсми сайтында танышырға мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ҡыҙыл китаптың «Хайуандар» томы тәүге тапҡыр республикала 2004 йылда нәшер ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть