9 декабрь, Йома

11 ноябрь 2014 йыл, 16:53

Баш ҡалала VI Урал сәнәғәт форумы асылды

фото: Мирон Доровских | видео: Ренат Искужин, Мирон Доровски

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Юлиә Антипина/. VI Урал сәнәғәт форумы Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында асылды.

Ойоштороусылары – «БашЭкспо» күргәҙмә үҙәге, БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, РФ Машина эшләүселәр союзының төбәк бүлексәһе, Рәсәй ғилми-техник иретеп йәбештереүселәр йәмғиәте. Ойоштороусылар иҫәбендә шулай уҡ Санкт-Петербург һәм Төньяҡ-көнбайыш төбәктәре иретеп йәбештереүселәре альянсы, Рәсәй Федерацияһы сәнәғәте һәм төҙөлөшөнөң нефть, газ тармағы хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты.

Форум предприятиелар һәм ойошмаларға конкуренцияға һәләтле юғары технологик продукциялар сығарыуҙы киңәйтеү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә, яңы фәнни технологиялар һәм ҡорамалдар индереүҙә, яңы заманса ҡорамалдар күрһәтеүҙә булышлыҡ итеү өсөн ойошторолған.

— Был тармаҡтарҙы үҫтереү өсөн фән һәм сәнәғәттең үҙ-ара эш итеү әһәмиәтен артыҡ баһалау ҡыйын. Яңы нәмәләр үҙҙәренең ҡулланыусыларын табасаҡ, ә түңәрәк өҫтәлдәрҙә хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе тикшерергә мөмкин буласаҡ, — тип билдәләне БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва.

Форум бүлектәре Урал-Волга буйы төбәктәре үҫешенең төп сәнәғәт йүнәлештәрен сағылдыра. Бер нисә эре бүлек тәҡдим ителгән. «Иретеп йәбештереү һәм контроль» технологияларға, ҡорамалдарға, инструменттарға арналған.

«Металл эшкәртеү: станоктар, инструмент, технологиялар» машина эшләү өлкәһендәге белгестәргә ҡыҙыҡлы, сөнки сәнәғәт металл эшкәртеү өлкәһендә станок ҡорамалдарын һәм технологияларын тәҡдим итә.

«Нефть газ сервисы. Торбалар һәм торба үткәргестәр» бүлегендә сәнәғәттең нефть химияһы һәм нефть газ тармаҡтары өсөн эштәр күрһәтелгән.

Форумда Рәсәй һәм сит ил предприятиелары ҡатнаша. Үҙ продукцияларын һәм технологияларын йәмғеһе йөҙләгән предприятие тәҡдим итә. Эшлекле программа сиктәрендә көнүҙәк темаларға түңәрәк өҫтәлдәр һәм ғилми конференциялар уҙасаҡ.

БР Фәндәр академияһы вице-президенты форумдың ғилми өлөшөнөң көнүҙәклеген билдәләне:

— Форумды уҙғарыуҙа ғалимдарҙы йәлеп итеү бөгөн бигерәк тә мөһим. Башҡортостан Президенты үҙенең йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһендә фәндең, производствоның һәм дәүләт идаралығының үҙ-ара килешеп эш итеүенең әһәмитен билдәләне. БР Фәндәр академияһы интеллектуаль милек баҙарын һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереү менән бәйле ике мөһим стратегияны әҙерләй. Инновацион иҡтисад яңы белемһеҙ мөмкин түгел. Ғалимдарҙың һәм етештереүселәрҙең аралашыуы производствоға яңы алымдар һайларға һәм яңы технологияларҙы индерергә мөмкинлек бирәсәк.

Форум 13 ноябргә ҡәҙәр дауам итәсәк.