3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2014 йыл, 15:43

Өфөләге аэропорт комплексын реконструкциялауға 3,5 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалия Вәлиева/. Өфөләге аэропорт комплексын реконструкциялауға 3,5 миллиард һум йүнәлтеү күҙаллана. Дәүләт килешеүен төҙөү һәм төҙөлөш-монтажлау эштәре башҡарыу хоҡуғына конкурс дәүләт һатып алыуҙары сайтында иғлан ителгән.

Эштәргә заказ биреүсе – Федераль һауа транспорты агентлығы. Заявкалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә, 8 декабрҙә ҡарала. Эштәрҙе килешеү төҙөгәндән һуң 718 көндән (ике йылға яҡын) тамамлау планлаштырыла.

Реконструкциялау проекты йәмәғәт тикшереүен үткән. Йәмәғәт тикшереүҙәренең тәүге этабы 2014 йылдың 3 октябрендә уҙғарылған. Тикшереү барышында рәсми сайтта иҫкәртмәләр һәм тәҡдимдәр булмаған. Асыҡ тыңлауҙар 2014 йылдың 3 октябрендә заказ биреүсенең урынлашыуы буйынса Мәскәүҙә үткән, асыҡ тыңлауҙар ҡатнашыусылары килмәгән, тикшереү предметы буйынса башҡа иҫкәртмәләр һәм фекерҙәр булмаған.

Реконструкциялау буйынса эштәр федераль бюджеттан финанслана.

Әлеге ваҡытта Өфө аэродромында ике осоу-ултырыу һыҙаты бар. Беренсеһе 1962 йылда файҙаланыуға тапшырылған, уның оҙонлоғо 2513, киңлеге 49 метр тәшкил итә. 3760 метр оҙонлоҡтағы һәм 45 метр киңлектәге икенсе осоу-ултырыу һыҙаты 1991 йылда файҙаланыуға тапшырылған.