Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәйҙең тәүге шәфҡәтлелек рейтингында Башҡортостан өсөнсө урынды биләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Илдең иң эре хәйриә фондтарының береһе – Русфонд Рәсәйҙең 54 төбәк халҡының изгелек күрһәтеүҙә ҡатнашыу дәрәжәһен баһалап, уның нигеҙендә Рәсәйҙең тәүге шәфҡәтлелек рейтингын әҙерләгән. Башҡортостан унда өсөнсө урынды биләй. Изге эштәр буйынса беренсе урында Дағстан, рейтингтың икенсе баҫҡысында – Һарытау өлкәһе. Шулай уҡ ун лидерҙар иҫәбенә Краснодар крайы, Ырымбур, Түбәнге Новгород, Мурманск, Пенза, Астрахан өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы инә.

— Төбәктәрҙә шәфҡәтлелекте үҫтереү ул үҙе беренсе һанлы тренд булып тора. Икенсеһе – көслө, халыҡ-ара ярҙамға бойһонмаған, дәүләт һәм Рәсәй бизнесы ярҙамында эшләүсе инфраструктура ойошмаларының барлыҡҡа килеүе, уны профессиональ, структуралы итеү, — тип һөйләне шәфҡәтлелектең төп тенденциялары тураһында Донорҙар форумының башҡарма секретары Наталья Каминарская. — Өсөнсө тренд – төбәктәрҙә изгелек ҡылыу эше аҡсаһыҙ үҫешә, йәғни шәхси һәм ирекмәндәр ҡатнашлығына нигеҙләнгән.

Һорау алыу һөҙөмтәләре буйынса, һуңғы йылда таныш булмаған кешеләргә рәсәйлеләрҙең 62-85 проценты ярҙам иткән. Иң ябай ярҙам итеү төрө — ул урамдағы хәйер биреү, икенсе урында – кейем менән ярҙам итеү, шулай уҡ мохтаждар өсөн аҙыҡ-түлек һатып алыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть