4 декабрь, Йәкшәмбе

11 ноябрь 2014 йыл, 12:49

Стәрлетамаҡта тәүлегенә 70 тонна картон һәм ҡағыҙ сығарыу буйынса линия эшләй башлаясаҡ

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Картон һәм ҡағыҙ етештереү өсөн ҡорамалдар поставкалауға килешеүҙе «Көньяҡ Урал» компанияһы – Стәрлетамаҡта «Инмаш» технологик паркы резиденты – Ҡытайҙың J.S. Corrugating Machinery Co. Ltd компанияһы менән төҙөгән. Килешеү 3,5 миллион АҠШ доллары тора, тиелә технологик парк материалдарында. Ноябрҙең башында Ҡытайҙа уҙған Башҡортостан Республикаһының бизнес көндәрендә документҡа ҡул ҡуйылған.

Технологик парктың мәғлүмәттәре буйынса, яңы етештереү линияһы Стәрлетамаҡта 2009 йылдан алып сығарылған гофротарының үҙ ҡиммәтен дүрт тапҡырға кәметеү мөмкинлеге бирәсәк. Макулатура һәм ағартылған целлюлоза сеймал булып хеҙмәт итәсәк. Ике баҫҡыслы таҙартыу системаһы менән йыһазландырылған ҡорамалдың етештереү һәләте – тәүлегенә 70 тонна продукция. Техника минутына 240 метр картон һәм бөрмәләнгән ҡағыҙ сығарыуҙы тәьмин итә.

Килешеү ҡорамалды монтажлау, көйләү, тикшереү һәм персоналды уҡытыу буйынса эштәрҙең тулы циклын үҙ эсенә ала. Производствоны киңәйтеү 130 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Стәрлетамаҡта линияны асыу киләһе йылға билдәләнгән.

Росстат мәғлүмәттәренә таянып «Инмаш»тан хәбәр итеүҙәренсә, 2013 йылда Рәсәйҙә картон һәм гофрокартон етештереү 3 миллион тоннаға яҡынлашҡан. Донъя практикаһында уның өсөн сеймалдың өсөнсө өлөшөн макулатура тәшкил итә. Рәсәйҙә уның өлөшө аҙыраҡ. «Инмаш» технологик парктың идара итеүсеһе Режавали Хәитовтың фекере буйынса, икенсел сеймалды эшкәртеү эске ресурсты йәлеп итеп кенә ҡалмай, ә халыҡтың экологик мәҙәниәтен формалаштырыуҙа ла булышлыҡ итәсәк.

«Көньяҡ Урал» – гофротаралар һәм гофрировкаланған ҡаптар етештереү буйынса предприятие 2009 йылдан алып эшләй.

«Инмаш» — 2009 йылда «Инмаш» концерны базаһында нигеҙләнгән технологик парк. Инженер инфаструктуралары менән тәьмин ителгән етештереү бүлмәләренең дөйөм майҙаны 110 мең квадрат метрҙан арта. Төп резиденттары – «Инмаш» концерны (машина эшләү), «Көньяҡ Урал» (төрөү материалдары етештереү), «Транстехника» (металл эшкәртеү), «Русфильтр» компаниялары (автомобиль фильтрҙары етештереү), Стәрлетамаҡ механика заводы.