Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Күҙ табиптарын уҡытыу өсөн уҡытыу-күнекмә лабораторияһы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында күҙ табиптарын ҡара ҡылау хирургияһының (факоэмульсификация) ультратауыш методикаһына практик яҡтан уҡытыу өсөн WETLAB заманса уҡытыу лабораторияһы асылды.

Лаборатория заманса күнекмә комплекстары менән йыһазландырылған. Унда операция микроскоптары, һуңғы быуын факоэмульсификаторҙар, стажерҙарҙың эшен күҙәтеү өсөн мониторлы видеосистема, микрохирургия инструменттары комплекты, юғары сифатлы тотона торған материалдар инә.

WETLAB проекты ярҙамында офтальмохирургтар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡара ҡылауҙы заманса технологиялар менән дауалай ала.

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтынан хәбәр итеүҙәренсә, WETLAB проектында алты кеше уның тәүге курсанты булды, улар уҡыу ваҡытында институттың юғары дәрәжәле белгестәре һәм факоэмульсификация бүлектәре һәм мәсьәләләре буйынса Рәсәй ҡалаларынан махсус саҡырылған лекторҙарҙың лекцияларын тыңлаясаҡ. Уҡыуҙың практик өлөшө махсус тренажерҙарҙа уҙасаҡ, улар ысын операцияны оҡшатып эшләргә мөмкинлек бирәсәк, әммә хирургия объекты сифатында хайуандарҙың күҙҙәре файҙаланыла.

Курсанттар инститтутың операция блоктарына ла инеп операция барышын күҙәтә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть