3 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2014 йыл, 9:56

Өфөлә синтетик наркотиктарҙың асыҡ рекламаһын бөтөрәсәктәр

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә сираттағы «Стопнаркотик» акцияһы башлана. Сараны «Стопнаркотик» бөтә Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Өфө бүлексәһе һәм ҡала хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты ойоштора.

Акция сиктәрендә, дәүләт учреждениеһы һәм өфөләрҙең бергәләп эшләүе һөҙөмтәһендә спайс рекламаһы яҙылған урындар асыҡланасаҡ һәм артабан буятыласаҡ.

Акцияны ойоштороусылар ҡала халҡын теге йәки был наркотик матдәләрҙе: «хуш еҫле микстар», «тарта торған ҡатнашмалар», «спайстар» һәм «тоҙҙар», рекламалаусы яҙыуҙарға иғтибар итергә саҡыра. Уларҙың урынлашыуы тураһындағы мәғлүмәтте stop_narko@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Хатҡа объекттың фотоһын да беркетергә мөмкин.

Йәмәғәт хәрәкәте активистары билдәләүҙәренсә, синтетик наркотиктарҙың асыҡ рекламаһына ҡала урамдарының мониторингы был законһыҙ эшмәкәрлекте туҡтатырға мөмкинлек бирәсәк. Тулыраҡ мәғлүмәт «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге акция төркөмөндә йәғни (347) 279-06-58 телефоны буйынса.