10 декабрь, Шәмбе

11 ноябрь 2014 йыл, 8:47

Башҡортостанда йыл башынан алып биш йөҙ меңдән ашыу күсемһеҙ милек теркәлгән

 

ӨФӨ, 2014 йыл, 11 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. — Башҡортостанда теркәү эшмәкәрлегенең тотороҡло үҫеше һаҡлана, — тип хәбәр итте «Росреестр»ҙың БР буйынса идаралағы етәксеһе Игорь Шеляков.

Уның әйтеүе буйынса, әгәр 2013 йылдың туғыҙ айында, килешеүҙәрҙе иҫәпкә алмағанда, 547337 хоҡуҡ теркәлһә, быйыл — 550131. Теркәлгән хоҡуҡ иҫәбен (килешеүҙәрҙе иҫәпкә алмайынса) 2012 йылғы күрһәткестәр (503544) менән сағыштырғанда, быйыл үҫеш туғыҙ процент тәшкил итә.

— Тимәк, һүҙ бөгөн Башҡортостандағы теркәү эшмәкәрлегенең өҙлөкһөҙ һәм динамик үҫеше тураһында ғына бара, — тине Игорь Шеляков.